Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2023, 15:38

"Рәсәй кеүек ил өсөн суверенитетһыҙ йәшәү мөмкин түгел"

"Илдә һәм унан ситтә ниндәй бурыстарҙы мөһим тип иҫәпләйһегеҙ?"

"Рәсәй кеүек ил өсөн суверенитетһыҙ йәшәү мөмкин түгел"
"Рәсәй кеүек ил өсөн суверенитетһыҙ йәшәү мөмкин түгел"

«Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары»  тура трансляцияһы бара. Дәүләт башлығына бирелгән беренсе һорау уның яңы президент мөҙҙәтенә һайланырға ҡарар итеүе менән бәйле булды. Илдә һәм унан ситтә ниндәй бурыстарҙы мөһим тип иҫәпләйһегеҙ, тип һоранылар унан.

«Был хаҡта мин күп тапҡырҙар әйткәнем бар, әммә ҡабатлау гонаһ булмаҫ. Рәсәй кеүек ил өсөн суверенитетһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Шуға күрә иң мөһиме – суверенитетты нығытыу. Был бик киң төшөнсә. Тышҡы суверенитетты нығытыу илдең оборона һәләтен, тышҡы һыҙат буйынса хәүефһеҙлекте, йәмәғәт суверенитетын, сәйәси системабыҙ үҫешен, парламентаризмды нығытыуҙы аңлата. Иҡтисад өлкәһендә суверенитет хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Финанс, иҡтисади, технологик суверенитет – Рәсәйҙең киләсәге», – тине Владимир Путин.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: