Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2023, 12:17

Радий Хәбиров республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров республика халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотланы


- Бөгөн Башҡорт теле көнөн билдәләнә. Башҡорт телендә һөйләшкәндер, телде өйрәнеүселәр һәм өйрәтеүселәрҙең барыһын да ҡотлайым. Туған телде беләйек, ҡәҙерләйек, үҫтерәйек, - тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Республика Башлығы башҡорт телендә һөйләшеүсе "Һомай" колонкаһы тураһында ла яҙҙы. - Ул башҡорт һәм рус телен аңлай, бер телдән икенсеһенә тәржемә итә, төрлө һорауҙарға яуап бирә, музыка һәм әкиәттәр тыңлау, башҡорт аш-һыу рецепттарын табыу мөмкинлеге бар. Колонка камиллаша бара, - ти Радий Хәбиров.

 

Бынан тыш, бөгөн Өфөлә Башҡорт теле көнөндә республика Башлығы Радий Хәбиров мәшһүр мәғрифәтсе шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалды. Скульптур композиция Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡыу корпусы алдында ҡуйылған.

Мәғлүм булыуынса, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө тип иғлан ителгәйне. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән булдырылған был иҫтәлекле көн бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала.

Автор:
Читайте нас: