Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2023, 16:12

Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте

“Торатау” Конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте
Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте

“Торатау” Конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Унда республиканың ҡала-райондары, ил төбәктәре башҡорт ҡоролтайҙары, Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, төрлө ведомстволар, ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

 

Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сығыш яһаны һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеген юғары баһаланы:

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелә башлаған Башҡорт теле көнө күркәм йолаға әүерелде, йылдан-йыл уның даирәһе киңәйә, әһәмиәте лә арта бара. Йыл һайын айырым йүнәлешкә иғтибар бирелеүе лә уңышлы. Мәҫәлән, быйыл фән һәм мәғрифәт темаһына баҫым яһалһа, быға тиклем Башҡорт теле, Башҡорт тарихы йылдары булып уҙҙы.

2019 йылда V Бөтә донъя башҡортары ҡоролайы үтте, ойошманың структураһына бихисап үҙгәрештәр индерелде. Ошонан сығып, бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һуңғы дүрт-биш йылдағы эшмәкәрлегенә ыңғай йомғаҡ яһарға мөмкин, сөнки, һөҙөмтәле башланғыстар, халыҡ үҫеше өсөн башҡарған аныҡ эштәр бар. Уларҙың төп асылы – халыҡты алға әйҙәү, уны үҫтереү. Был йәһәттән, республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров ошондай башланғыстарҙы гел күтәреп ала, хуплай. Мәҫәлән, республикала милли телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән гранттар булдырылды, фекерле, маҡсатлы йәш ижадсылар өсөн был ҙур этәргес.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелә килгән “Халиҡов уҡыуҙары”, “Тасимов уҡыуҙары”, фәнгә бағышланған саралар ҙа оло рухи әһәмиәткә эйә. Ойошманың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам акцияларын тәүгеләрҙән булып башлап ебәреүе, госпиталдәрҙәге егеттәребеҙгә даими ярҙам итеүе лә күптәргә өлгө һәм этәргес булып тора, - тип билдәләне Урал Таһир улы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-109622739_73878

Автор:
Читайте нас: