Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2023, 11:38

"Күңел моңо һүнмәһен!"

Бөгөн танылған композитор Урал Иҙелбаев тыуған көнөн билдәләй. Урал Мирас улын ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ғаиләһендә именлек, эшендә уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

"Күңел моңо һүнмәһен!"
"Күңел моңо һүнмәһен!"

Шәп замандаш

“Күңел моңо һүнмәһен!”

 

“Ижадында ул талантын төрлө яҡлап күрһәтә, бер тапҡыр ҙа ҡабатланмай. Һәр спектаклгә айырым асҡыс эҙләй. Һөҙөмтәлә ҡуйылышта музыка биҙәү өсөн генә түгел, ә төп элементҡа әүерелә. Бына нимә мөһим?! Минеңсә, был ысын талант билгеһе“. Мостай Кәримдең әллә күпме спектакленә көй яҙыусы был композитор ижады тураһында Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова шулай тигән ине.

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Урал ИҘЕЛБАЕВ ул — 200-ҙән ашыу спектаклде, 30-ға яҡын фильмды музыка менән биҙәгән композитор.  Һандар бында яҡынса ғына килтерелгән, сөнки теүәл генә күпме эше бар икәнен автор үҙе лә белмәй: “Яҙылғандарын һанап ултырғансы, мин яңыларын ижад итәм”, — ти ул.  

 

  • Урал Мирас улы, иң тәүҙә был өлкәгә нисек килеп эләгеүегеҙ хаҡында белге килә. Музыка менән ҡасандан һәм нисек шөғәлләнә башланығыҙ?
  • Музыка менән шөғөлләнә башлауыма аптырамайым. Ғаиләм минең ижади кешеләрҙән тора. Әсәйем Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова — Башҡортостандың халыҡ шағиры. Атайым Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев — филология фәндәре докторы, Салауат Юлаевтың биографияһын өйрәнеүсе. Милли геройыбыҙ менән бәйле проекттар өҫтөндә эшләгәндә мин тәү сиратта атайыма мөрәжәғәт итәм. Ағайым Артур — тарихсы, драматург. Уның менән дә уртаҡ эштәребеҙ күп.

Музыка менән бәләкәйҙән шөғөлләнәм. Дүрт йәшемдә уйынсыҡ фортепианола атайым көйҙәр уйнай ине, шул ваҡытта тиҙ генә отоп алғанымды күргән. Миңә биш йәштәр ине, бер көн әсәйем: “Әйҙә, бер олатай менән таныштырам”, — тип үҙе менән алып китте. Оҙон коридор буйлап атлап барғанымды әлегеләй хәтерләйем. Кабинетта олпат ҡына бабай ҡаршы алды. Ул һәләтемде тикшереп ҡараны. “Был малайҙың рәте бар. Уны мотлаҡ музыка мәктәбенә бирергә кәрәк”, — тине. Ана шулай тип фатихаһын биргән кеше мәшһүр композитор  Заһир Исмәғилов булып сыҡты.

Шулай музыка мәктәбенә барып эләктем. Ноталарҙы хәрефтәрҙән алда белдем. Хәтеремдә музыка менән шөғөлләнеү өсөн пианино һатып алырға кәрәк ине. Әммә шул тиклем ҡиммәт! Бер нисә айлыҡ эш хаҡы тора. Шулай ҙа атай-әсәйем бурысҡа батып булһа ла, һатып алды. Ундағы яҙма әле лә күҙ алдында: “650 һум”. Аҙаҡ ауылдан килгән ҡартатайым ошоно күреп ҡалғас: “Бәләкәй генә балаға һыйыр хаҡына бер әрйә алып ултыртҡандар!” — тип аптырап, өләсәйемә һөйләгәнен хәтерләйем.

Мәктәп йылдарынан тағы бер хәл иҫкә төштө. Уҡытыусы атайыма, улығыҙ көнөнә 3—4 сәғәт музыка менән шөғөлләнһен, тип әйткән. Ә ул йылдарҙа мин, йәштәштәрем, иҫебеҙ китеп, “Битлз” төркөмөн тыңлай торғайныҡ. Сәғәттәр буйы йырҙарының аккордын уйнарға риза инем. Атай Бахты уйнайым тип уйлай, сөнки фортепианоға уның ноталарын ҡуям. Үҙем рәхәтләнеп “Битлз”ды көйләйем. Атайыма бик рәхмәтлемен, тап шул мәлдәрҙә мин үҙ аллы музыка тип аталған Йыһанды өйрәнә инем.

  • Аҙаҡ һеҙ Заһир Исмәғилевтың студенты ла булғанһығыҙ, шикелле?
  • Музыка мәктәбенән һуң сәнғәт училищеһының теория бүлегендә белем алдым. Уны тамамлағас, сәнғәт институтына уҡырға барҙым. Шунда инде Заһир Исмәғилев менән ҡабаттан осраштыҡ. Ул талапсан, шул уҡ ваҡытта юморға бик бай кеше ине. Уҡытыусым миңә ҙур йоғонто яһаны. Ул ике төп ҡағиҙәне ҡанға һеңдерҙе: көн дә эшләргә һәм ижадыңда халыҡҡа яҡын булырға.
  • Музыканы нисек ижад итәһегеҙ?
  • Ниндәйҙер композитор әйткән ине: музыканы ижад итеү процессының яртыһы билдәле — талант, хеҙмәт, тәжрибә. Икенсе яртыһы — айҙың кире яғы, билдәһеҙ. Бының менән тулыһынса килешәм. Ҡайһы саҡ музыка яҙыу урынына ниндәйҙер өндәр тотоп маташҡанымды тоям. Был балыҡ ҡармаҡлауға оҡшаш. Тәжрибәле балыҡсы уңышлы урындарҙы, ҡасан тоторға кәрәклеген, ниндәй ҡармаҡ ҡулланырға икәнен белә. Әммә ниндәй балыҡ эләгерен әйтә алмай. Бәлки, бер ниһеҙ ҡайтыр. Музыкала ла шулай.
  • Яҡшы әҫәр яҙылғанын нисек аңлайһығыҙ?
  • Ижад итәм дә, тыңлап ҡарайым. Ҡайһы саҡ үҙемдең күҙҙәрем йәшләнә. Шул ваҡытта мин тотоп алған өндәр тағы кемдеңдер күңеленә барып етер тигән өмөт барлыҡҡа килә. Минең өсөн ихласлыҡ — иң төп ижади принцип. Үҙемдең күңелемә үтеп инмәһә, башҡаларға ла тәҡдим итеп тормайым.
  • Ә театр өлкәһенә нисек килеп эләктегеҙ?
  • Ул мәлдә композиторҙар бүлегендә уҡый инем. Классик әҫәрҙәр яҙыуҙан тыш, үҙемде театр композиторы булараҡ һынап ҡарағым килә торғайны. Көйҙәремде сәхнәнән ишетергә, музыка аша режиссерға геройҙарҙы асырға ярҙам итергә хыяллана инем.

Бер тапҡыр урамда композитор Рим Хәсәнов менән осраштыҡ. Ул минән кассеталарымды алды ла тыңларға вәғәҙә бирҙе. Икенсе осрашыуҙа Рим Мәхмүт улы: “Һине бер спектаклгә композитор итеп тәҡдим иттем. Мине саҡырҙылар, әммә ярты йылға Австралияға барам, ҡатнаша алмайым.  Бына Олег Хановтың номеры”, — тине. Олег Ханов шул Д. Джебран әҫәре буйынса ҡуйылған “Пророк” спектаклендә төп ролде уйнай, ә режиссеры Петр Шеин ине.  Пьессаны уҡып сыҡҡас, мин бер нисә өҙөк яҙҙым. Осрашыуға барғас, режиссер, актерҙар тыңланы. Музыка тынғас, бөтәһе лә режиссер ни әйтер, тип уға ҡараны. Ул торҙо ла: “Бына миңә нимә кәрәк ине!” — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шулай үткән тәүге осрашыуҙан һуң, илһамланып, ҡалған көйҙәрҙе яҙҙым. Премьера уңышлы үтте. Мәскәүҙән  тәнҡитселәр ҙә килде. Миңә 18 йәш икәнен белгәс, ныҡ ҡына аптыранылар.

Бына шулай мин Рим Хәсәновтың еңел ҡулы менән театрға барып эләктем.

  • Иң яратҡан эшегеҙ, ижад емешегеҙ бармы?
  • Әлбиттә, бөтәһе лә миңә яҡын. Айырып әйткәндә, тәүге эшем — “Пророк” спектакле яҙмышымды хәл иткес булды. Шулай уҡ “Нәркәс” (реж. И. Ғиләжев) спектаклен яратам, уны хатта ун тапҡыр ҡараған кешеләр булды. Бер туған ағайым драматург Артур Иҙелбаевтың “Һуңғы ғәйнә” әҫәре (реж. И. Ғиләжев) миңә бик яҡын.  Был ҡуйылыштар ғүмеремдең ниндәйҙер этабына тап килә, шуға ла уларҙы айырам.

Тағы ла ике мюзиклды билдәләп китер инем — “Аленький цветочек” (реж. И. Фәхретдинов), “Урал легендалары” (реж. Л. Фәйзуллина). Орел ҡалаһында ҡуйылған “Европа подождет” (реж. И. Ғиләжев) үҙемә айырыуса оҡшай. Мостай Кәрим “Салауат”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ҡыҙ урлау”ҙың ике ҡуйылышы ижадымда айырым урын биләй.

 

  • 90-сы йылдарҙа һеҙ ойошторған “Аҡйондоҙ” төркөмө концерттарына халыҡ эркелеп йөрөгән. Аҙаҡ ул ижади төркөмдөң яҙмышы нисек булды?
  • Азат Йыһаншин, Роберт Юлдашев менән бергәләп ойошторғайныҡ. Төркөм тиҙ арала танылыу яуланы. Хатта “Урал моңо” фестивалендә Гран-при алдыҡ. Ул йылдарҙы үҙем дә һағынып иҫкә алам. Йәш, дәртле саҡ. Аҙаҡ һәр кем үҙ йүнәлеше менән китте, шуға ла төркөм тарҡалды. Әммә хеҙмәттәшлекте туҡтатманыҡ. Ҡасандыр Азат менән студент саҡта мин көй яҙһам, һин йырларһың, тип хыялланан инек. Теләгебеҙ барыбер тормошҡа ашты. Мәҫәлән, “Нәркәс”, “Һуңғы ғәйнә” спектаклдәре менән бергәләп Төркиәгә барып, тамашасыларҙы ҡыуандырып ҡайттыҡ.
  • Социаль селтәрҙә “Урал моңо” конкурсының атамаһы һеҙгә бағышланған тип тә яҙған инегеҙ...
  • Ул конкурсты, уның исемен ҡасандыр элек ағайым Артур уйлап сығарған. Бер йылда, конкурс алдынан ағайыма һүҙ бирҙеләр. Ул шаяртып, бәйгенең исемен ҡустыма бағышланым тип әйткәйне. Шул мәл эргәмдә ултырған Монголиянан ҡунаҡ: “Һинең исемең Моңомо әллә? “ — тип һорап ҡуйҙы.
  • Иң матур йырҙар әсәйегеҙ Гөлфиә Юнысованың шиғырҙарына килеп сыға, тигән инегеҙ...
  • Эйе, тап уның шиғырҙарына иң матур һәм ихлас йырҙар килеп сыға. Әсәйем менән байтаҡ ижад иттек. Улар араһында халыҡҡа таныш “Башҡортостан”, “Аҡбуҙат”, “Ҡырлы ҡурай”, “Изгелек, матурлыҡ, мөхәббәт”, “Беҙҙең вальс”, “Бейейек әле”, “Күкрәгемә ҡуйсы башыңды” тигән йырҙар бар. Уларҙан тыш, әсәйем менән балалар өсөн дә ун бишләп йыр яҙҙыҡ.
  • Һеҙҙең тамашасы ниндәй ул? Кем өсөн ижад итәһегеҙ?
  • Барыһы ла жанрҙан тора. Һәр ваҡыт режиссерҙарҙан һорайым: был спектакль ниндәй аудитория өсөн? Хатта балалар спектаклендә лә төрлө жанрҙар була. Бик һирәк осраҡта ғына ҡуйылыш барыһына ла оҡшай. Шуға кемдәр өсөн ҡуйылғанын алдан белергә кәрәк. Балалар спектакле өҫтөндә рәхәтләнеп эшләйем. Хәҙерге быуын өсөн борсолам. Минең бала саҡта әллә күпме яҡшы музыкаль фильмдар булды — “Буратино”, “Приключения Электроника”, “Сказка странствий”. Һуңғы 20 йыл эсендә сыҡҡан өс музыкаль балалар фильмын хәтерләмәүем бик ҡыҙғаныс...
  • Композитор тигәндә, илһам эҙләп йөрөгән кеше күҙ алдына баҫа. Һеҙҙең илһамланып, яйлап ултырырға ваҡытығыҙ бармы?
  • Спектаклде, фильмды сығарыу аныҡ сроктарға бәйле. Шул осраҡта илһамды үҙеңә табырға тура килә. Мәҫәлән, театрҙа йыл һайын биш спектаклгә көйҙәр яҙырға кәрәк. Һәр сәхнә әҫәренә — кәмендә 12—25 музыка. Уның сығанаҡтары — дуҫтар менән усаҡ тирәләй йыйылыу, туған республиканың йылғалары буйлап йөҙөү... Ҡыҫҡаһы — ғүмерҙең иң сағыу мәлдәре.
  • Тимәк, һеҙҙең ижади кризистарға бирелеп ултырырға ла ваҡыт юҡ?
  • Бәхеткә күрәме, әллә ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, хатта ижадҡа ла ваҡытым етмәй ҡала. Нимә эшләргә белмәй ултырыу — минең турала түгел. Эштәрем бер нисә айға алдан билдәле. Әллә күпме пландар!
  • Һеҙҙең графикты ғаиләгеҙ нисек ҡабул итә?
  • Тыныс. Ҡатыным Диләрә — вокал буйынса педагог. Һөнәремде аңлай. Уның менән бергәләп күп кенә проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ.
  • Ә Диләрә апай менән нисек таныштығыҙ?
  • Диләрә менән сәнғәт училищеһында уҡығанда таныштыҡ. Артабан икебеҙ ҙә сәнғәт академияһында Заһир Исмәғилевтә уҡыныҡ. Хәҙер Диләрә “Башҡортостан” ДКЗ-һында эшләй, унда үҙенең “Дельфин” вокал студияһы бар.
  • Нимә ул һеҙҙең өсөн бәхет?
  • Был һорауҙы һәр кем үҙенә бирәлер, моғайын. Айырыуса ярты быуат йәшәгәндән һуң. Минең өсөн бәхет — яҡын кешеләрем һау-сәләмәт булыуы. Шулай уҡ үҙ ереңдә йәшәү — ҙур бәхет. “Мине яҙмыш икенсе тарафтарға юлыҡтырһа, бәхетле булыр инемме?” — тип үҙемә йыш ҡына һорау бирәм. Шул уҡ музыка яҙһам да, уңыштарға өлгәшһәм дә, Башҡортостандан ҡырҙа бәхетһеҙ булырмын һымаҡ тойола. Бында йәшәү, ошонда ижад итеү — минең өсөн бик мөһим. Тағы ла үҙең, ижадың кемгәлер кәрәк икәнде тойоу ҙа кәрәк. Әгәр мин яҙған көйҙәрҙе күп музыканттар башҡара, йырҙарҙы йырлайҙар, аҙаҡ килеп рәхмәт әйтәләр икән, ижад кешеһе булараҡ үҙемде бәхетле итеп тоям, ҡанатланып эшләй башлайым.
  • Халыҡ һеҙҙең "Урал легендалары" этно-проекты "Урал легендалары" ("Торатау тураһында хикәйәт") мюзиклы "Сал Урал моңо" концерт программаһын бик йылы ҡабул иткәйне. Тағы ла шундай проекттар планлаштырыламы? Ниндәй уй-хыялдар менән янаһығыҙ?
  • Пландар — яңы музыка яҙыу. Әсәйем Гөлфиә Юнысова менән концерт әҙерләргә тигән маҡсат та бар. Сөнки беҙ бергәләп ижад иткән йырҙар күп, бер концертҡа торошло.
  • Уҡыусыларыбыҙға ниндәйҙер теләктәрегеҙ бармы?
  • Барыһына ла һаулыҡ теләгем килә. Бер кемдең дә бер ҡасан да күңел моңо һүнмәһен! Киреһенсә, йөрәктәрҙә гел эштәргә ҡанатландырған, илһамландырған күңелле, ихлас көй яңғыраһын!

 

Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: