Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2023, 10:25

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

15 декабрь - Халыҡ-ара сәй көнө. Үлән сәйе яратаһығыҙмы? 

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
 
 
Миләш һәм гөлйемеш
Ҡыш организмдың арыған ваҡыттарында миләш һәм гөл­йемеш эликсиры беҙгә оло көс бирә. Бының өсөн емештәрен ваҡлап, 1:1 миҡдарында төнәтергә кәрәк. Хәлһеҙләнгән организм өсөн бына тигән витаминдар. Балалар өсөн дә файҙалы – төнәтмә хәтерҙе яҡшырта.

Бәпембә сәскәһе
Бәпембәнең баштарын ғына йыям да банкаға ағас ҡалаҡ менән төйөп тултырам. Һәр сантиметрҙан һуң бер аҙ шәкәр һибергә кәрәк. Ул матдәләр алмашыныуын яйға һала, үт бүленеүен көсәйтә. Был үлән халыҡ медицинаһында онкологик сирҙәрҙе дауалауҙа киң ҡулланыла. Хуш еҫле һуты аш үҙләштереүҙе көйләй һәм организмдағы сереткес бактериялар менән көрәшә.

Боланут
Болануттың япрағын да, сәскәһен дә йыялар. Тик сәскәһе орлоҡ ебәргән булырға тейеш түгел. Уны иҙергә һәм эмаль һауытта ауырлыҡ менән баҫтырып, бер көн самаһы тоторға кәрәк. Йәғни үләнде әсеткәндән һуң ғына киптерергә. Ошо килеш боланут быҡтырыла һәм биохимик реакция арҡаһында файҙаһы арта. Дөрөҫ эшләгәндә, сәйҙән хуш еҫле бал тәме генә килеп торасаҡ.
 
Мәтрүшкә
 
Күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-80 см, июль-сентябрь айҙарында алһыу аҡ сәскә ата, август-сентябрҙә емеше өлгөрә. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Башҡортостанда киң таралған.
Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар.Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, өй ҡыйығында йәки яҡшы еләтелгән урында киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда — бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәҫ һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була. Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда эсәләр һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.
 
20 минут төнәтергә. Һыуынғас, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр, ашарға 15–20 минут ҡалғас, ике ҡалаҡ эсергә.

Ҡайын еләге
Еләге һәм япрағы дауалау сифатына эйә. Еләгендә С витамины, фолий кислотаһы, каротин, эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Япрағы С витаминына бай. Ҡайын еләген өлгөргәс йыялар, япрағы үҫемлек сәскә атҡанда әҙерләнә.
Ҡайын еләге ашҡаҙан һәм бөйән эсәгендә сей яра булғанда, бауырҙа, үт ҡыуығында, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килгәндә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, йөрәк эшмәкәрлеге һүлпәнәй­гәндә, атеросклероз, туберкулез, шәкәр диабеты башланғанда тәҡдим ителә.
Бер балғалаҡ ҡайын еләгенә 1/4 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоторға. Һөҙгәс, көнөнә өс тапҡыр ярты стакан самаһы эсергә.
Автор:
Читайте нас: