Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2023, 09:59

2023 йылдың һуңғы һаны сыҡты!

Әйткәндәй, "Шоңҡар"ға киләһе йылға яҙылыу бара. Был юлы ла уҡыусыларыбыҙ араһында иҫтәлекле бүләктәр уйнатыла!

2023 йылдың һуңғы һаны сыҡты!
2023 йылдың һуңғы һаны сыҡты!

Декабрь һанының тышлығын Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Рөстәм Хәсәнов биҙәй. Уның тураһында “Уҡытыусы—беҙҙең киләсәк” исемле мәҡәләлә уҡырға була.

Был һанда һеҙ шахбокс буйынса донъя чемпионы Илсур Исхаҡов, опера һәм балет солисы Диана Нур кеүек һәләтле йәштәр менән яҡындан танышырһығыҙ.

Закир Әҡбәровтың “Сөңгөлдөң сиге юҡ” тигән повесы, Ғаян Лоҡмановтың - “Һибелә сәскә”, Гөлшат Әхмәтҡужинаның  “Яңғыҙ күтәргән гонаһ” хикәйәләре, Венер Исхаҡовтың “Исем” юмористик хикәйәһе, Тәлғәт Шаһмановтың парсалары моғайын, һеҙгә оҡшар.

Тағы ниндәй генә мәҡәлә юҡ!.. Һүҙҙе — Аждаһаларға ла бирҙек, 2024 йылға йондоҙнамә лә әҙерләнек, уңыш килһен өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк икәне тураһында ла яҙҙыҡ. Һәм, әлбиттә, “Шоңҡар”ҙың лауреаты исеменә лайыҡ булған авторҙарыбыҙҙы билдәләнек!

Автор:
Читайте нас: