-1 °С
Болотло
Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды, тип хәбәр итә республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының телеграм-каналы.
Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан төбәктә йән башына йәшәү минимумы 13 753 һум була. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14 991 һум; пенсионерҙарға — 12 530 һум, балаларға — 13 340 һум.
«Йәшәү минимумы дәүмәле ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда файҙаланыла, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында. — Мохтаж булған балалы ғаиләләр өсөн түләүҙәр һәм пособиелар күләме лә ошо дәүмәлгә бәйле».