Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар , 11:03

"Йылы мәктәптә уҡығы килә!"

Абҙаҡ мәктәбе бик кәрәкле проектта ҡанташа.

"Йылы мәктәптә уҡығы килә!"
"Йылы мәктәптә уҡығы килә!"
Белорет районының Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ урта мәктәбе 2003 йылда уҡ төҙөлөп ҡулланылыуға тапшырылғайны. Бына инде 20 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Әлбиттә ошо йылдар эсендә ағас рамлы тәҙрәләр яраҡһыҙ хәлгә килде. Быйылғы ҡышта ҡаты һыуыҡтар күп булды. Ул көндәрҙә балалар өҫкө кейемдәрен сисмәй уҡырға мәжбүр булдылар.
Шуға күрә лә, мәктәбебеҙ директоры, Төхвәтуллина Розалия Сәмиғулла ҡыҙы, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы”нда ҡатнашырға тәҡдим иткәс тә, уҡытыусылар коллективы дәррәү ризалашты. Һәм 2023 йылдың декаберендә ошо уңайҙан үткәрелгән йыйылышта иң лайыҡлы һәм кәрәкле проект тип, мәктәптәге ағас рамлы тәҙрәләрҙе заман талаптарына ярашлы булған пластик тәҙрәләргә алмаштырыу проектын бер тауыштан күтәреп алды. Шунда уҡ 10 кешенән торған инициатив төркөм булдырылды.
Әлеге ваҡытта программа сиктәрендә төрлө саралар үткәрелә, интернет селтәрҙәрендә яҡтыртып барыла, ата-әсәләр һәм балалар ҙа әүҙем ҡатнашалар. Был проектта еңеп сығырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ. Балалар йылы һәм яҡты кабинеттарҙа уҡырға тейештәр!
 
Илүзә Шоҡобаева. Абҙак мәктәбе уҡытыусыһы.
Автор:
Читайте нас: