Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар , 13:47

Ҡыҙҙар — йондоҙҙар...

— Бик шәп, тырыш ҡыҙҙар! Хәҙер, танышҡас, үҙегеҙ күрерһегеҙ! Университетҡаконкурсһыҙ инделәр! Етмәһә, иң яҡшы ятаҡта йәшәйҙәр, айына илле мең һумдан ашыу стипендия ла алалар. Үҙҙәрен ҡыҙҙар — йондоҙҙар тип кенә йөрөтәбеҙ!..

Ҡыҙҙар — йондоҙҙар...
Ҡыҙҙар — йондоҙҙар...

 

Бик шәп, тырыш ҡыҙҙар! Хәҙер, танышҡас, үҙегеҙ күрерһегеҙ! Университетҡаконкурсһыҙ инделәр! Етмәһә, иң яҡшы ятаҡта йәшәйҙәр, айына илле мең һумдан ашыу стипендия ла алалар. Үҙҙәрен ҡыҙҙар — йондоҙҙар тип кенә йөрөтәбеҙ!..

      Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт һәм ҡытай телдәрен өйрәнгән студенттар менән шулай тип таныштырҙылар...

         Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина етәкләгәнбашҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты, уҡыуҙан тыш, тәрбиәүи сараларға ҙур иғтибар бүлә. Бында һәр ваҡыт студенттар гөжкилә. Яңы ғына ремонтланған коридор, бүлмәләр — балҡып тора. Милли кейемдәге егет-ҡыҙҙарҙы күреү менән кәйеф күтәрелә. Уларҙың төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүҙәре лә йыш ҡына ишетелеп тора. Шул уҡ ваҡытта студенттар уҡыуҙа ла һыр бирмәй. Мәктәпте тамамлағанда тапшырғанБерҙәм дәүләт имтиханындарының уртаса һаны 86балл тәшкил итә! Ә бер төркөм тотошлай олимпиада еңеүселәренән, БДИ-ла юғары балл йыйыусыларҙан тора.

         Башҡорт-ҡытай телдәре бүлегенә конкурсһыҙ ҡабул ителгән ҡыҙҙар менән яҡындан танышабыҙ. Уларҙың барыһы ла башҡорт теле буйынса Төньяҡ-көнсығыш федеральолимпиадаһында призлы урын яулап, һынауһыҙуҡыу йортона ингән! Бынан тыш, ҡыҙҙар бер йыл дауамында ай һайын 58 мең һум стипендия ала! Ә үҙҙәре һуң! Ысынлап та, йондоҙ һымаҡ балҡып торалар! Береһенән-береһе һылыуыраҡ, тыйнаҡтар, аҡыллылар!

 

ТУЛЫҺЫНСА "ШОҢҠАР"ҘЫҢ ҒИНУАР ҺАНЫНДА УҠЫРҒА БУЛА. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: