"Башинформ" агентлығында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең етәксеһе Василий Мартыненко һәм институт етәкселәре, журналистар ҡатнашлығында пресс-конференция уҙҙы. Осрашыу Рәсәй Фәндәр академияһы 300 йыллығына, Башҡортостандың ғалимдары эшенә бағышланды.
15 февраль көнө "Торатау" конгресс-холында юбилейға арналған ҙур сара көтөлә. Ҡатнашыусылар әлеге көндә республикала фән өлкәһендә алып барылған эштәр, асыштар менән таныша аласаҡ.
Осрашыу барышында ғалимдар нимә менән мәшғүл булғандары менән дә уртаҡлашты.
Мәҫәлән, лабораторияларҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Химия институты ғалимдары антиаритмика тигән препарат өҫтөндә эшләй.
Хәҙер аритмия менән бәйле йөрәк ауырыуҙарын дауалау өсөн «Аллапинин» препараты киң ҡулланыла, ул да – Башҡортостан ғалимдарының эш һөҙөмтәһе. Ләкин был таблетканы һыу менән эсергә һәм дарыуҙың тәьҫирен көтөргә кәрәк. Яңы препарат иһә ашығыс осраҡтарҙа, мәҫәлән, операция бүлмәһендә ярҙам итергә тейеш. Был турала институт директоры Сергей Хурсан хәбәр итте.
Валерий Шахов фотоһы.