Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль , 17:09

Ғәйепһеҙҙәр язаға тарттырылмаясаҡ!

"Ҡарарға килгәндәргә түгел, ә әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә генә ҡарата протоколдар төҙөлә",  - Михаил Закомалдин Башҡортостандағы тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашыусыларҙы күпләп эҙәрлекләү тураһындағы имеш-мимештәргә аңлатма бирҙе. 

Ғәйепһеҙҙәр язаға тарттырылмаясаҡ!
Ғәйепһеҙҙәр язаға тарттырылмаясаҡ!

БР Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Михаил Закомалдин тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашыусыларҙы күпләп эҙәрлекләү тураһындағы хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. Закомалдин әйтеүенсә, “көс структураларында протоколдар һаны буйынса план, әлбиттә, юҡ. Беҙ күптән бындай системанан киттек”. 

– Енәйәт эштәрен Тәфтиш комитеты ҡуҙғата, полиция хеҙмәткәрҙәре административ протокол ғына төҙөй, – тип аңлатты ул. – Шул уҡ ваҡытта Баймаҡтағы сыуалыштарҙы ҡарарға килгәндәргә түгел, ә әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә генә ҡарата протоколдар төҙөлә.

Омбудсмен һүҙҙәренсә, Баймаҡта суд алдындағы майҙанға осраҡлы  рәүештә барып эләккәндәр ҙә, шулай уҡ унда әүҙем хоҡуҡ боҙоусылар ҙа булған.

– Әлбиттә, кешеләр провокаторҙар артынан эйәргән, – тине ул.

Баймаҡта законһыҙ протест акцияһында ҡатнашыусылар өсөн яза полиция хеҙмәткәрҙәренең теләгенән тормай, тигән фекерҙә Михаил Заколмадин.

– Һуңынан протоколдарҙы суд ҡарай, тап ул административ ҡулға алыу штрафы йәки штраф рәүешендә яза биреү тураһындағы ҡарарҙы сығара, – тип аңлатты Михаил Иванович. – Судья материалдарҙы ҡараған ваҡытта, уға полиция хеҙмәткәренең протоколдағы яҙыуы ғына түгел, ә дәлилдәр сифатында видеояҙма кәрәк. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып, 15 тәүлеккә ҡулға алмайҙар – бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел. Кемгәлер, ысынлап та, штраф һалғандар, ә кемделер, ошолай эшләргә ярамауын аңлатып, кире ебәргәндәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 ғинуарҙа Баймаҡта суд бинаһы янында, экстремист тип танылған Фаил Алсыновты* азат итеүҙәрен талап итеп, халыҡ йыйылғайны. Уны дүрт йылға иркенән мәхрүм иттеләр. Күбеһенсә Баймаҡ майҙанына республиканың башҡа райондарынан йәштәр килде. Улар, провокаторҙарҙың, ғәҙеллекте тергеҙеү өсөн ярҙам кәрәк, тигән саҡырыуҙарына ышанған. Һөҙөмтәлә кемдер ҡыҙған халыҡты махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы торорға провокациялай һәм уларға ҡар, боҙ киҫәктәре, яҡын-тирәләге өйҙәрҙән алынған утындарҙы ташлай башлайҙар. Хатта суд бинаһына барып инеү тураһында Конституцияға ҡаршы саҡырыуҙар ҙа була. Ҡайһы бер айырыуса агрессив егеттәр тәртип һаҡсыларының ҡалҡандарын тартып алып, уларға ҡаршы ҡул менән һуғыша башлай. Һөҙөмтәлә бер нисә полиция хеҙмәткәре етди зыян күрә. Һуңынан Баймаҡ ваҡиғаларында ҡатнашыусыларҙың күбеһе Фаил Алсынов* менән таныш булмауҙарын, ә майҙанда башҡаларҙың полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итеүҙәрен күреп, улар ҙа шулай эшләүе тураһында һөйләгән.

– Баймаҡта башбаштаҡлыҡ булды, – тигән фекерҙә Михаил Закомалдин. –  Бер кемдең дә законды һәм власты алмаштырырға хоҡуғы юҡ. Суд ҡарар сығарҙы. Кемдер был хөкөм менән риза булмаһа йә уны ғәҙел түгел тип иҫәпләһә – закон сиктәрендә ялыу бирергә мөмкин. Әгәр Баймаҡ суды кемдеңдер баҫымы аҫтында законһыҙ ҡарар сығарған тип һанаһа, мин был осраҡта шикләнәм әлбиттә, бының өсөн ялыу биреү тәртибе – апелляция һәм кассация инстанцияһы бар. Был суд коллегиялары урындағы судтарҙың ҡабул иткән ҡарарҙарына бик объектив ҡарай.

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ни өсөн тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашыусыларҙы протест акцияһы көнөндә үк ҡулға ала башламауҙарын аңлатты.

– Тәртипһеҙлектәр ваҡытында полиция хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы хөкөм ителгән кешене суд бинаһынан сығарыу булды. Улар был эште атҡарып сыҡты, – ти Михаил Иванович. –  Кешеләр хөкөм ителеүсене Тәфтиш изоляторына алып барырға ҡамасаулай башлағас, проблема барлыҡҡа килде. Артабанғы көндәрҙә хоҡуҡ боҙоусыларҙың шәхестәре асыҡланды һәм протоколдар төҙөлдө. Шунда уҡ быны эшләү мөмкин түгел ине, полиция хеҙмәткәрҙәре лә халыҡ араһында кемдеңдер зыян күреүен теләмәне. Уларҙың протоколдар һаны буйынса, әлбиттә, планы юҡ, был системанан беҙ күптән киттек. Видеояҙмаларҙы ҡарағандан һуң ғына хоҡуҡ боҙоусыларҙың шәхестәре асыҡланды һәм ҡулға алыуҙар башланды.

Бындай осраҡтарҙа һәр ваҡыт видеофиксация алып барыла, шулай уҡ Баймаҡтағы хәл дә видеоға төшөрөлдө, тине Михаил Закомалдин.

– Шуға күрә мин ҡулға алынғандарҙың һәм уларҙың адвокаттарының законға ҡаршы бер нәмә лә эшләмәнек тигән һүҙҙәренә ышанмайым, – тине омбудсмен. – Адвокаттар үҙ клиенттарын яҡларға бурыслы, әммә кеше яуаплылыҡҡа тарттырыла икән, тимәк, етди дәлилдәр ҙә бар. Мин интернетҡа һалынған видеояҙмаларҙы иғтибар менән ҡараным: унда полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡарата көс ҡулланыуҙар булған – был, үҙ сиратында, Енәйәт ҡануниәтенең 318-се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыуға килтерә. Шулай уҡ хөкөм ителеүсене бинанан сығарыуға ҡаршы тороусылар ҙа булған. Тап власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу буйынса бер нисә эш ҡуҙғатылды. Был осраҡта енәйәт өсөн яуаплылыҡ биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе күҙаллай.

Омбудсмен йәш ир-егеттәрҙе киләсәктә “бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең законлы ысулдары бар” тип иҫкәртә.

– Әлбиттә, акцияла ҡатнашыусы кешеләр провокацияға бирелгән, – тине ул. Провокаторҙарҙың саҡырыуҙарына бирешмәҫкә кәрәк. Әгәр стрестан арынырға теләһәгеҙ, көрәк ярҙамында ҡар ташлағыҙ, утын ярығыҙ. Ҡулығыҙ ныҡ ҡысыһа, бөгөнгө көндә Рәсәй Украинала махсус хәрби операция алып бара, шунда адреналинығыҙҙы сығара алаһығыҙ. Полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡар һәм утын ташлағандарҙы язаһыҙ ҡалдырырға ярамай. Донъяның бер илендә лә был рөхсәт ителмәй һәм ҡаты рәүештә туҡтатыла.

Бөгөн Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил егеттәргә ҡарата административ протоколдар төҙөлгәне өсөн борсола.

– Административ протокол бер ҡайҙа ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, – тип аңлатты ул.  Административ хоҡуҡ боҙған, штраф йәки административ арест алған кешеләр артабан ниндәйҙер сикләүҙәргә эйә буласаҡ: мәҫәлән, язаның ауырлығына ҡарап, ҡорал тота йәки билдәле бер эшмәкәрлек менән бәйле эшкә урынлаша алмаясаҡ. Әгәр административ хоҡуҡ боҙоу ҡабатланһа, тағы ла ҡатыраҡ яза көтөлә.

Ваҡытында Башҡортостандың Эске эштәр бүлеге министры булып хеҙмәт иткән Михаил Закомалдин полиция хеҙмәткәрҙәренең ғәмәлдәре тулыһынса дөрөҫ булыуын, бындай шарттарҙа йәш ағыҙыусы газ ҡулланыу рөхсәт ителеүе тураһында һөйләне.

– Минеңсә, улар ҡатыраҡ та эш итә ала ине, – тине ул. – Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре суд янында булған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре ысынлап та нимә булғанын ҡарарға ғына килгәнен яҡшы аңлай. Бер ниндәй ғәйепһеҙ кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырылмаһын, уларға резинка таяғы йәки ҡалҡан менән һуҡмаҫ өсөн дә полиция хеҙмәткәрҙәре йомшаҡ эш итте.  

Баймаҡ ваҡиғаларында ҡатнашыусылар һәм уларҙы яҡлаусылар, ҡулға алған ваҡытта кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙар булған тиһә лә, БР Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил аппаратына ошо турала бер ниндәй ҙә ялыу килмәгән.

– Әгәр власть кемделер етди сәбәптәрһеҙ эҙәрлекләһә, суд был протоколдарҙы юҡҡа сығарыр ине, – тип йомғаҡ яһаны Михаил Закомалдин.

Фото: ufa.mk.ru

*Фаил Алсынов Росфинмониторинг тарафынан экстремистик эшмәкәрлеккә йәки терроризмға ҡағылышы булған физик шәхестәр исемлегенә индерелгән.

Автор:
Читайте нас: