Шоңҡар
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль , 13:49

Буран сығыуы көтөлә

Алдағы өс көндә һауа торошо ниндәй булыр? 

Буран сығыуы көтөлә
Буран сығыуы көтөлә

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн бер аҙ ҡар, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, -3 градус.

Шаршамбы, 7 февралдә, епшек ҡар, көндөҙ Башҡортостандың көньяғында буран. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көнсығыштан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -1, -6 градус.

Кесаҙна, 8 февралдә, ҡар, көньяҡта көслө ҡар яуыуы, төндә урыны менән буран фаразлана. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10, -15, көндөҙ -5, -10 градус.

 

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: