Атай-әсәйҙәр үҙҙәренә ваҡыт еткермәһә йә өй эштәренә баштары менән сумһа, балалар менән ваҡыт уҙғарыу урынына, улар кескәйҙәргә төрлө йәнһүрәт ҡуя. Ә артабан инде үҙегеҙ беләһегеҙ: бала бер тауыш-тын сығармай сәғәтләп йәнһүрәт ҡарай.
Тап ошонда сағыу йәнһүрәттәрҙең зыяны күренә башлай. Ихтимал булған зыян шартлы рәүештә: физиологик һәм эмоциональ-психик йүнәлешкә бүленә.
⠀
Беренсе планға: балаларҙың умыртҡа һөйәгенә һәм күҙҙәренә көс төшә. Әгәр бала экранға бик оҙаҡ һәм яҡын ҡараһа, бигерәк тә һүрәт сифаты насар булһа, күреү һәләте боҙола. Уңайһыҙ һәм физиологик булмаған ултырыш ул торош менән проблемаларға, яурын быуындарының хәрәкәтсәнлеген боҙоуға һәм башҡа ауырыуҙарға килтерә.
⠀
Артыҡ ярһыусанлыҡ һәм ҡуҙғыусанлыҡ, баш ауыртыу, арығанлыҡ та йәнһүрәттәрҙе оҙаҡ ҡарауҙан мөмкин. Психологтар әйтеүенсә, ҡайһы бер картиналар баланың үҫешен тотҡарлай. Хатта ҡайһы бер йәнһүрәттәр баланың үҫешен боҙоп ҡына түгел, ә туҡтата ла ала. Был йәнһүрәттең йөкмәткеһенә лә, графикка ла/анимацияға ла ҡағыла. Сөнки төрлө образдар балаға көслө йоғонто яһай.
Сығанаҡ: Balalar төркөмө