Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
13 Февраль 2024, 09:40

Машинаһы менән икмәкханаға килеп ингән!

Был хәл бөгөн иртәнсәк булған.

Машинаһы менән икмәкханаға килеп ингән!Машинаһы менән икмәкханаға килеп ингән!
Машинаһы менән икмәкханаға килеп ингән!

13 февраль иртәһендә «Хендай» автомобиле Өфөнөң Затон биҫтәһендәге икмәкханаға килеп ингән. «Моя Уфа» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, рулдәге ҡатын-ҡыҙ педалдәрҙе бутап, газға баҫҡан. Хәҙер инде водитель бинаға ҡиммәтле ремонт яһарға тейеш.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. 

«Бөгөн иртән Өфө дәүләт автоинспекцияһы юл-патруль хеҙмәте полкының дежур бүлегенә Затон биҫтәһендә юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр килде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Хендай Крета» водителе Әхмәтов урамында урынлашҡан бинаға бәрелгән. Юл фажиғәһендә бер кем дә зыян күрмәгән», - тип белдерҙеләр баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/

Фото:«Моя Уфа» телеграм-каналы

Автор:
Читайте нас