Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
5 Март 2024, 06:44

Бүләкте тапшырҙыҡ!

Кәрзинде Әминә Сынбулатова отҡайны.

Бүләкте тапшырҙыҡ!Бүләкте тапшырҙыҡ!
Бүләкте тапшырҙыҡ!

Төркөмдә үткәрелгән репостар конкурсында кәрзин уйнатҡан инек. Был зауыҡлы әйберҙе Хәйбулла районы Федоровка ауылынан Әминә Сынбулатова отҡайны. Бөгөн уның тормош иптәше Шәфҡәт ағай редакциябыҙға ҡунаҡҡа килде. Бүләкте уға тапшырҙыҡ. 

Әминә апай балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Шәфҡәт ағай мәктәптә водитель икән. Сынбулатовтар өс бала үҫтергән. Ике ҡыҙ, бер малай. Улдары әлеге көндә махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә.

Бүләгебеҙ Сынбулатовтарҙың өйөнә йәм өҫтәп, ҡыуандырып ултырһын! Ҡотлайбыҙ!

 

Кәрзинде Белорет ҡалаһында йәшәгән Илюза Баязитова-Насырова үрҙе.  

Автор:
Читайте нас