"Рәсәй Президентын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгенә фәлсәфә фәндәре кандидаты, доцент Сергей Семенов менән тарих фәндәре кандидаты Сергей Лаврентьев килде.
Белгестәр фаразлауынса, халыҡтың 70 проценттан ашыуы тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ. Был юғары күрһәткес, тәү сиратта, граждандарҙың үҙ фекерен белдереү теләгенән тора. Шулай уҡ өс көн дауам иткән сара барыһына ла һайлауҙарҙа ҡатнашып өлгөрөргә мөмкинлек аса. Белгестәр бындай үҙгәрештәрҙе ыңғай баһаланы, тауыш биреүселәргә ҡарата хөрмәт билдәһе икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Быйыл һайлауҙарҙа ҙур әүҙемлек көтөлә. Сөнки граждандар Президент өсөн генә түгел, ә илдең, үҙҙәренең киләсәген һайлауҙарын яҡшы аңлай, - тине Сергей Лаврентьев. - Һайлауҙар - ул байрам һымаҡ. Беренсенән, кешеләр бер-береһен күрә, аралаша. Икенсенән, граждандар власть менән тауыш биреү аша "аралаша". Өсөнсөнән, ил өсөн эшләнелгән ысын эш бит был!
Белгестәр йәштәрҙең әүҙемлеге хаҡында ла һүҙ алып барҙы.
- 90-сы йылдарҙа йәштәр сәйәсәткә битараф ине, сөнки нимәгәлер йоғонто яһай алыуҙарына ышанмайҙар ине. Бөгөн йәштәр күпкә әүҙемерәк, улар сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, илдең киләсәге өсөн борсола, - тип билдәләне Сергей Семенов.