+24 °С
Ямғыр
"Рәсәй Президентын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгенә тарих фәндәре кандидаты Илфат Сәмсетдинов килде.
- Был көндәрҙә илебеҙҙең яҙмышы хәл ителә, - ти ул. - Тәжрибәмдән сығып әйтә алам, элегерәк һайлауҙарҙа йәштәр һирәгерәк ҡатнаша торғайны. Бөгөн бөтә кешеләр гражданлыҡ бурысын үтәүҙә ныҡ әүҙемләште, - ти Илфат Зәки улы.
Белгес шулай уҡ һайлау участкаларында үткәрелгән йәрминкә, уйындар, конкурстар ҙа халыҡты тауыш биреүгә ылыҡтырыуын билдәләне.
Илфат Зәки улы һайлауҙарҙың өс көн барыуы ыңғай күренеш икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Белгес һүҙҙәренсә, был, айырыуса, эшләп йөрөүселәр өсөн уңайлы.