Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Новости
15 Марта 2024, 04:31

Республика халҡы ике ысул менән тауыш бирә ала

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе республиканың Рәсәй президентын һайлауға әҙерлеге хаҡында белдерҙе.  #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024

Республика халҡы ике ысул  менән тауыш бирә алаРеспублика халҡы ике ысул  менән тауыш бирә ала
Республика халҡы ике ысул менән тауыш бирә ала

Рәсәй Президентын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов булды.

 

Уның һүҙҙәренсә, республика һайлауҙарға тулыһынса әҙер. Башҡортостанда 3000 ашыу һайлау участкаһы эшләй.

- Республика халҡы ике ысул менән  тауыш бирә ала. Беренсе ысул - участкаға килеү. Икенсе ысул - өйҙән тауыш биреү. Был юл тәү сиратта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, төрлө сәбәптәр менән өйҙән сыға алмаусылар өсөн булдырылған. Өйҙән тауыш биреү өсөн ғаризалар 17 марттың 14.00 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә, - тине Азат Булат улы.

 

Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда электрон тауыш биреү ҡаралмаған.

 

Бынан тыш, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, быйыл 90 меңдән ашыу кеше тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренә хатта махсус саҡырыу ебәрелгән.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас