Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
15 Март 2024, 06:03

Тауыш бир һәм фатир от!

Тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола. 

 

Башҡортостанда 15-17 мартта – тауыш биреү көндәрендә – «Рәхмәт» акцияһы ойошторола. Республика халҡы тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама хоҡуғын биргән беләҙектәр, шулай уҡ махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.

Ирекмәндәр QR-билеттарҙы барлыҡ ғаилә ағзаларына ла бирә. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең QR-билетын сканерлап, рәхмәт102.рф сайтында һигеҙ символдан торған уникаль код индерергә кәрәк (контакт бәйләнештәрен дә күрһәтергә онотмаҫҡа).

Еңеүселәрҙе 15, 16 һәм 17 мартта көнөнә ике тапҡыр билдәләйҙәр. Улар тураһында мәғлүмәт рәхмәт102.рф сайтында баҫыла. Махсус бүләктәр араһында һанлы техника, электр самокаттары, электр велосипедтары, телевизорҙар, самокаттар һәм велосипедтар бар. Супер финалда фатир уйнатыласаҡ.

 

Акцияның етәксеһе Регина Ҡадырова "Рәсәй Президентын һайлау -2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгенә хәбәр итеүенсә, бөгөн сәғәт 11.00 тиклем 52 мең кеше теркәлгән. Был халыҡтың тауыш биреүҙә әүҙем булыуын күрһәтә.

 #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024

Автор:Загида Мусина
Читайте нас