Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Март 2024, 08:35

Максим Забелин Башҡортостанда барған һайлауҙағы халыҡ-ара күҙәтеүселәргә мөрәжәғәт итте

"Башҡортостан һеҙҙең эшегеҙгә, һайлау процесына баһа биреүегеҙгә һоҡлана!"

Максим Забелин Башҡортостанда барған һайлауҙағы халыҡ-ара күҙәтеүселәргә мөрәжәғәт иттеМаксим Забелин Башҡортостанда барған һайлауҙағы халыҡ-ара күҙәтеүселәргә мөрәжәғәт итте
Максим Забелин Башҡортостанда барған һайлауҙағы халыҡ-ара күҙәтеүселәргә мөрәжәғәт итте

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Рәсәй президентын һайлау көндәрендә республика биләмәһендә эшләгән халыҡ-ара күҙәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе.

«Сит илдәрҙән килгән коллегаларыбыҙҙы сәләмләүемә шатмын. Башҡортостан һеҙҙең эшегеҙгә, һайлау процесына баһа биреүегеҙгә һоҡлана. Һеҙгә ғәҙел мөнәсәбәтегеҙ һәм фекерегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Ике көн һайлау йомғаҡтары буйынса беҙҙә әүҙемлек күҙәтелә, һайлауға ғаиләләре менән киләләр», — тине Забелин Өфөнөң һайлау буйынса йәмәғәт штабында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һайлау барышын 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе күҙәтә. Уларҙы әҙерләү эше 2023 йылдың ноябрендә башланғайны.

 

 

#ВыбираемПрезидента

#Башкортостан

#БашВыбор2024

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас