Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһының брифингы үтте.
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова һайлауҙар барышы буйынса сығыш яһаны.
Брифингта ЗАГС-тан тура һайлау участкаһына барған парҙарҙы билдәләп үттеләр. Бындай хәл Рәсәйҙең 17 төбәгендә булған. Тағы ла Санкт- Петербургта 12-се тапҡыр әсәй булған ҡатын-ҡыҙ балалар табыу йортонда уҡ тауыш биргән.
Элла Памфилова хәбәр итеүенсә, 17 марттың 10.00 (Мәскәү ваҡыты буйынса) сәғәтенә илдә граждандарҙың 60,37 проценты тауыш биргән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау башланды. Тауыш биреү өс көн дауамында - 15, 16, 17 мартта барасаҡ.
#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024