Ғаилә башлығы Венер Марс улы Юлдыбай ауылындағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры булып хеҙмәт итһә, тормош иптәше Ләйсән Рәшит ҡыҙы ла шул уҡ ойошмала тренер-уҡытыусы булып эшләй.
Балалар менән эшләү, уларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү Ҡоҙашевтар ғаиләһендә бик маҡсатлы эш булып һанала. Улар үҙҙәрен, эштәренә яуаплы ҡараған һәм еренә еткереп башҡарған хеҙмәткәр булараҡ та билдәле. Ләйсән Рәшит ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре һуңғы йылдарҙа үткәрелгән бөтә спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Һәр төрлө ярыштарҙа ла район исеменән сығыш яһап ҙур уңыштарға өлгәшә.
Матур пар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Улар сәләмәт тормош алып барған, республика, район кимәлендәге йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ысын өлгөлө ғаилә.