Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Новости
25 Марта 2024, 08:00

Яҙғы ямғырҙар көтөлә

 Алдағы өс көнгә һауа торошо билдәле. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙғы ямғырҙар көтөләЯҙғы ямғырҙар көтөлә
Яҙғы ямғырҙар көтөлә

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, +7 градус, таулы райондарҙа +12 градусҡа тиклем.

Шишәмбе, 26 мартта, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5 градус, аяҙытҡанда -9 градусҡаса. Көндөҙ +4, +9 градус.

Шаршамбы, 27 мартта, Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4 градус, көндөҙ +1, +6 градус.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас