Башҡортостандың Яҙыусылар союзы иғлан иткән "Заман ауазы" тип аталған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Бәйгегә илһөйәрлек темаһына бағышланған әҫәрҙәр ҡабул ителде. Приз фонды - 1 200 000 һум. Проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторолған.
Йомғаҡлау тантанаһы Өфө фән һәм технологиялар университетында үтте. Был урын юҡҡа ғына һайланылмаған: Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаларының яртыһы тап ошо уҡыу йортон тамамлаған.
Сара бер минут тынлыҡтан башланды. Ҡатнашыусылар Мәскәү өлкәһендә булған ҡот осҡос ваҡиғалар ҡорбандарын иҫкә алды.
Әҙәби конкурс еңеүселәрен республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостан Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Валентин Солодовник, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, Башҡортостан башлығы гранты фондының генераль директоры Люциә Сәйфуллина, Рәсәй Яҙыусылар союзы сәркәтибе Мамед Халилов, Татарстандан яҙыусы Рөстәм Ғәлиуллин, Сыуашстандан яҙыусы Дмитрий Моисеев ҡотланы.
Конкурсҡа бөтәһе 205 эш ҡабул ителгән: башҡорт телендә — 10, рустелендә 2 повесть һәм роман, башҡорт телендә — 34, рус телендә — 14, татар телендә 4 хикәйә, балалар өсөн башҡорт телендә — 26, рус һәм татар телендә 5 әҫәр, йөҙҙән ашыу шиғыр.
"Заман ауазы" конкурсы еңеүселәре:
- Эре проза (роман һәм повестар);
1-се урын — Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА;
2-се урын — Гүзәл СИТДИҠОВА;
3-сө урын — Айбулат СӘСӘНБАЕВ.
- Бәләкәй проза (хикәйә, эссе);
1-се урын — Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА;
2-се урын — Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА;
3-сө урын — Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.
- Шиғриәт (поэма, шиғри шәлкем);
1-се урын — Лариса АБДУЛЛИНА;
2-се урын — Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА;
3-сө урын — Александр ХВАТКОВ.
"Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр" номинацияһында 1-се урын — Рәмзәнә АБУТАЛИПОВА.
Еңеүселәргә китап сығарыр өсөн йә техника алырға 50 000 һумдан 200 000 һумға тиклем суммалы сертификаттар тапшырылды. Бынан тыш, иң яҡшы әҫәрҙәр йыйынтыҡҡа инеп, китап булып баҫтырыласаҡ.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан ижади уңыштар теләйбеҙ!