Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Март , 10:41

Ауылдарҙы һыу баҫҡан

"Төндә яуым-төшөмдөң күп булыуы райондың ҡайһы бер ауылдарында һыу баҫыуға килтерҙе..."

Ауылдарҙы һыу баҫҡан
Ауылдарҙы һыу баҫҡан
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең рәсми сәхифәһендә ауылдарҙа урамдарҙы, ихаталарҙы һыу баҫыу осраҡтары тураһында яҙған: 

«Бөгөн төндә яуым-төшөмдөң күп булыуы райондың ҡайһы бер ауылдарында юлдарҙы, йорт яны ихаталарын һәм подвалдарҙы һыу баҫыуға килтерҙе. Халыҡтан мөрәжәғәттәр күп, ярҙам итәбеҙ. Әлеге ваҡытта урындарҙа ташҡын эҙемтәләре бөтөрөлә. Район халҡын бөтә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, күмәк көс менән ҡулдан килгәнсә ташҡынға ҡаршы торорға саҡырабыҙ», — тип яҙған ул.
 
 
Бындай хәл Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында ла теркәлгән. 
 
 
Автор:Загида Мусина
Читайте нас: