-4 °С
Ҡар
Башҡортостандан Рафаэль Ғәлимов тхэквондо буйынса Рәсәй беренселегенең көмөш призеры булды. Республикабыҙ спортсыһының Рязандә еңеүе тураһында Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Рязань ҡалаһында 26 марттан 31 мартҡа тиклем 12-14 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Корея көрәше буйынса турнир үтте. Ярышҡа Рәсәйҙең 60 төбәгенән 800-ҙән ашыу спортсы килде.
Әйткәндәй, беренселектә республиканан ауырлыҡ категорияһында бер генә спортсы ҡатнашты. Рафаэль Ғәлимов 45 килограмм ауырлыҡ категорияһында икенсе урынды алды.