Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель , 20:19

Тотҡон

Был көндәлекте мин яңылыш ҡына яңы өйөбөҙ башынан табып алдым. Ир кешенеке. Яҙыуҙары күп түгел, әммә бик эстәлекле.

Тотҡон
Тотҡон

“25 июль. Төн.
Төндәрен генә яҙа алам. Тотҡонлоҡҡа эләккәнемә тиҙҙән 15 йыл була, шикелле. Дөрөҫөн әйткәндә, теүәл генә әйтә лә алмайым. Ваҡыт бында икенсе төрлө аға. Башта киноларҙағы һамаҡ стенаға көндәрҙе билдәләп, һыҙып барҙым. Әммә быны яһил ҡатын – хужабикә күреп ҡалды ла әрләй-әрләй юйҙыртты. Тәүҙә йәшлек иҫәрлеге менән тотҡонлоҡтан берәй нисек ҡотолормон, тип өмөт иттем. Ҡасып та ҡараным. Тик яһил бисә шунда уҡ артымдан килеп, кире япты. Хәҙер инде ҡотолоуға өмөтөм юҡ тиерлек.
Тәк, теге ҡатындың аҙымдары ишетелә, аҙаҡ яҙып бөтөрөрмөн...”

“29 июль. Төн.
Тотҡонға эләккәс тә, дуҫтарым ҡотҡарып маташты. Тик яһил ҡатын уларҙы шунда уҡ ҡыуып, әрләп-туҡмап сығарҙы. Башҡаса күренмәнеләр. Күрәһең, был бисәнең берәй “связ”дәре барҙыр. Юғиһә, ошолай көпә-көндөҙ кешене бикләп тоторға буламы инде?
Туғандарымдан ярҙам көтмәйем. Улар минең шулай юғалыуыма шат ҡына инде...
Башта ҡурҡыштан унан-бынан табып, эсеп тә ҡараным. Йән яраһы баҫылып ҡала ине. Тик яһил ҡатын белеп ҡалды. Хәҙер өйөндә бөтөнләй эсемлек тотмай. Тәк, әпәт мине саҡыра. Киттем...”

“15 август. Кис.
Көнөм һәр ваҡыттағыса үтте. Эш тә эш. Бесән эшләтте. Картуфлығында ҡорт йыйҙырҙы. Баҡсаһына һыу ҡой­ҙорҙо. Тауыҡ салдырып, йолҡторҙо. Ә кисен балаларын ҡалдырып, әхирәтенә сығып китте. Йә, Хоҙай! Тағы күпме түҙергә була?! Хәлем юҡ былай йә­шәр­гә! Зинһар, берәү ярҙам итһен! Был тотҡонлоҡтан нисек ҡотолорға?!..
Балалар илаша башланы, тымыҙырға кәрәк. Атыу ҡайтып инеп, уларҙың күҙ йәштәрен күрһә, миңә эләгәсәк”.

“19 август. Төн
Беләһеңме, бөгөн теге яһил ҡатын нимә тине?! “Иртәгә беҙҙең бергә булыуға – 15 йыл. Миңә нимә бүләк итәһең, ҡәҙерлем?” – тимәһенме?! Ояты юҡ! Мин бында ыҙалайым, ә ул бүләк таптыра! Эй аллам? Кем уйлап тапҡан был өйләнешеү, кәләш алыу тигән нәмәне? Был тотҡонлоҡтан ҡасыу сараһы юҡмы инде?!
Ярай, киттем бүләк эҙләргә...”

Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: