Шоңҡар
+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель , 12:21

Етем балаларға "кеҫә аҡса"һы биреләсәк

Кемдер үҙенең бәләкәй генә хыялына, кемдер һеңлеһенә шоколадҡа, ҡыҙыҡайға сәскәләргә аҡса йыя башлар...

Етем балаларға "кеҫә аҡса"һы биреләсәк
Етем балаларға "кеҫә аҡса"һы биреләсәк

Башҡортостанда 1 июндән етем балаларға кеҫә сығымдарына аҡса бирелә башлай. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Тейешле закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының һуңғы ултырышында ҡабул ителде.

«1 июндән 7-10 йәшлек балаларға айына 700 һум, ә өлкәнерәктәренә 1000 һум бирелә. Әлбиттә, был аҡсаны улар тәрбиәселәр ярҙамында тотонорға тейеш. Кемдер үҙенең бәләкәй генә хыялына, кемдер һеңлеһенә шоколадҡа, ҡыҙыҡайға сәскәләргә аҡса йыя башлар», — тине министр.

Яңы закон финанс грамоталылығын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Балаларҙы бәләкәй саҡтан уҡ аҡсаны дөрөҫ тотонорға өйрәтергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru 

Автор:
Читайте нас: