Шоңҡар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель , 21:58

«Шаяниум – 2024» уйынында ҡайһы команда гран-при яуланы?

«Шаяниум – 2024» уйынында ҡайһы команда гран-при яуланы?
«Шаяниум – 2024» уйынында ҡайһы команда гран-при яуланы?

 

Бөгөн Өфөлә финал уйыны үтте. «Шаяниум» КВН уйыны быйыл 22-се тапҡыр уҙғарылды. Уйындың девизы: «Ил ныҡлығы - татыу ғаилә».

 

Ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл уйындарҙа 40-тан ашыу команда ҡатнашҡан. Ә финалда  5 команда сығыш яһаны.

 

 

Уйынсылар – шаян һәм отҡорҙарҙы Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева ла сәләмләне. Балаларға һәм уларҙың етәкселәренә башҡорт КВН-ын үҫтереүҙә ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

 

Уйынсылар өс конкурста көс һынашты - сәләмләү, импровизация, музыкаль номер. Командалар һәр ваҡыттағыса тырышып әҙерләнгән. Уларға баһа биреү, еңеүселәрҙе һайлау - ауырға тура килде.

 

Жюри ағзалары - Башҡортостандың халыҡ  артисы Рәсүл Ҡарабулатов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов, БР Туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары берлеге рәйесе Илдар Бикҡужин, "Йәйғор" лагеры директоры Радмир Буранғолов, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова - сығыштарҙы баһаны.

 

Шулай итеп, еңеүселәр билдәле:

3-сө урын - "Алға" (Өфө ҡалаһының 86-сы гимназияһы);

 

2-се урын - «Берҙәм егерме берҙәр» (Өфө ҡалаһының 21-се лицей командаһы).(

 

1-се урын - ”ХХ централ” (Ф. Мостафина ис. 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), ”Етегән+1” (Р. Бикбаев ис. 102-се башҡорт гимназияһы);

 

"Шаяниум - 2024" еңеүсеһе - “Һупайлы дәрүиштәре” (М. Исҡужин ис. 136-сы башҡорт лицейы). Ҡотлайбыҙ! 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: