Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель , 16:02

"Уның бит үҙ атаһы бар, түләһен..."

Хәҙер килеп, был "атай" ҙа ситкә тибә.

"Уның бит үҙ атаһы бар, түләһен..."
"Уның бит үҙ атаһы бар, түләһен..."
Яҙмыш ҡушыуы буйынса шулай килеп сыҡты: әлеге ирем менән икебеҙҙең дә тәүге ғаиләбеҙ булды. Икебеҙҙең дә ҡыҙҙарыбыҙ үҙебеҙ менән. Минекенә - 12, ә иремдекенә - 8 йәш.
 
Мин уның ҡыҙын тәү күреүҙән яҡын иттем, үҙ баламдай ҡараным. Әсәһенән күңел наҙы күрмәгән бала ла миңә тартылды, "әсәй" тине.
 
Ирем ғаиләбеҙҙе бик ярата, эштән һәр саҡ ашҡынып, һағынып ҡайта. Барыһы ла яҡшы һымаҡ та бит... Тик бына минең ҡыҙым менән аралары һәйбәттән түгел. был аңлашыла инде, үҫмер саҡта ят кешене ҡабул итеүе ауыр. Яйлап, бәлки, өйрәнеп китер тип өмөтләнәм. Күңелде икенсе нәмә өйкәй... Үҙем эшләмәйем, өйҙә хужабикәмен. Йорттағы барлыҡ мәшәҡәт минең өҫтә. Шулай уҡ иремдең ҡыҙы менән төрлө түңәрәктәргә йөрөйбөҙ. Башланғыс класта ғына уҡығас, өйгә эште лә бергәләп башҡарабыҙ. Ирем үҙ ҡыҙы өсөн аҡсаһын бер ҙә йәлләмәй - бар сығымдарҙы ҡыйынһынмай ваҡытында түләп бара. Ә бына минең балама килгәндә... Уның өсөн быға тиклем үҙем түләп торҙом, йыйған аҡсам бар ине. Әле килеп, уңайһыҙланып ҡына иремдән һорағайным, уның бит үҙ атаһы бар, тип кенә ҡуйҙы. Өҫтөмә ҡайнар һыу ҡойҙолармы ни... Унан бындайҙы көтмәгәйнем.
 
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙымдың үҙ атаһы ла бала менән аралашмай, финанс яҡтан да ярҙам итмәй. Хәҙер килеп, был "атай" ҙа ситкә тибә.
 
Яҡшы кеше осраттым, тип ҡыуанып йәшәп ятҡан була инем... Баламды яратмағас, уның менән нисек торорға хәҙер?
 
(Өфө районындағы ҡатындың һөйләгәндәренән).
 
 
 
 
Автор: Миләүшә Сайтакова
Автор:
Читайте нас: