Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Новости
4 Мая 2024, 14:00

Эт 15 йәшлек ҡыҙҙың ярты битен тешләгән

Хәҙер үҫмергә бер нисә операция үтергә тура килә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Эт 15 йәшлек ҡыҙҙың ярты битен тешләгәнЭт 15 йәшлек ҡыҙҙың ярты битен тешләгән
Эт 15 йәшлек ҡыҙҙың ярты битен тешләгән

Краснодар крайының Темрюк ҡалаһында өй эте 15 йәшлек ҡыҙҙың ярты битен тешләп өҙгән. Әлеге ваҡытта үҫмергә ҡала дауаханаһында медицина ярҙамы күрһәтелә. Әйтеүҙәр буйынса, эт баланың сикәһен һәм өҫкө иренен тешләгән. Был ҡот осҡос хәл дүшәмбе көнө булған. Хәҙер үҫмергә бер нисә операция үтергә тура килә. Район хакимиәте башлығы Федор Бабенков ҡыҙға, шулай уҡ уның ғәйләһенә ярҙам ителәсәген билдәләп үткән.

Ысынлап та, ауыл, ҡалаларҙа хәҙер урам тулы эттәр, һаҡ булайыҡ.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас