+21 °С
Болотло
Баймаҡ ҡалаһында 16 йәшлек үҫмер наркотиктар һатыуға маташыу статьяһы буйынса суд алдына баҫасаҡ. Быйыл февраль айында Сибайҙа ул иптәшенән йәшерен генә наркотиктар ала, уны йәшерен урындар аша һатырға тейеш була. Егет ҡуйылған планын үтәп өлгөрмәй, уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала, үҫмерҙең үҙе менән 25 грамм тауар һәм 16 грамм төргәк табыла. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.