Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Новости
7 Мая 2024, 09:11

Психолог ярҙамын бушлай алып була

Бында хәрбиләргә тыныс тормошҡа еңел күсеү өсөн ярҙам күрһәтелә. Үҙәккә хәрбинең туғандары ла мөрәжәғәт итә ала.

Психолог ярҙамын бушлай алып булаПсихолог ярҙамын бушлай алып була
Психолог ярҙамын бушлай алып була

Бөгөн Өфөлә хәрбиләргә, уларҙың яҡындарына, ҡасҡындарға психологик ярҙам күрһәтеү программаһы буйынса брифинг үтте. Ойоштороусылар — Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты менән Республика йәштәр психология үҙәге. Һуңғыһында әлеге мәлдә ошо йүнәлеш буйынса психологтарға уҡытыуҙар бара.

Брифингта Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров, Республика йәштәр психология үҙәге директоры Галина Ануфриева, клиник психолог, хәрби психолог, кризис психологы, ДПДГ-терапевт, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Виктория Голобородова һәм башҡа белгестәр ҡатнашты.

Белгестәр хәбәр итеүенсә, хәрбиләргә, уларҙың яҡындарына, ҡасҡындарға психологик ярҙам күрһәтеү буйынса программа эшләй башлағандан алып, 2023 йылда, 27 хәрбигә, 500-ҙән ашыу хәрбиләрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтелгән. Быйыл иһә йыл башынан алып 19 һалдат, 130-ҙан ашыу ғаилә ағзаһы мөрәжәғәт иткән.

Ярҙам тулыһынса бушлай. Реабилитация яҡынса 8-12 сеанс дауам итә. Бындай ярҙам хәрбиләргә тыныс тормошҡа еңел күсеп китеүгә булышлыҡ итеү өсөн булдырылған. Ярҙам һорап, хәрбинең туғандары ла мөрәжәғәт итә ала. Республика йәштәр психология үҙәгенең төрлө ҡалаларҙа (Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Сибай, Меләүез, Дүртөйлө, Асҡын һ.бю ауыл-ҡалалар) филиалдары бар. Шулай уҡ махсус, анонимлыҡ һаҡлаған чат-бот эшләй, ышаныс телефоны бар.  

Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт:

Адрес: Уфа, ул. Пархоменко, 133/1
Телефон для записи: 8 (347) 272-82-87
Телефон доверия: 8(347) 273-09-00
Чат бот и психолог онлайн
https://t.me/psiholog02_bot

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас