Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Май 2024, 09:54

Иғтибар, эҙләү!

Өфөлә 41 йәшлек Рөстәм Мәҡсүтов хәбәрһеҙ юғалған

Иғтибар, эҙләү!Иғтибар, эҙләү!
Иғтибар, эҙләү!

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған Рөстәм Мәҡсүтовты эҙләйҙәр. Ул 19 майҙан алып өйөндә булмаған. «Лиза Алерт БР» гәзите хәбәр итеүенсә, 41 йәшлек ир ҡом төҫөндәге куртка, һоро салбар һәм аҡ кроссовкалар кейгән.

Уның буйы 186 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡара сәсле һәм һоро күҙле.

Әгәр һеҙгә юғалған кешенең ҡайҙа икәнлеге хаҡында берәй мәғлүмәт билдәле булһа,  8-800-700-54-52 ошо номер буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Фото: Лиза Алерт. Башкортостан

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас