+24 °С
Ямғыр
Өфөнөң күп фатирлы йортонда янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүҙәренсә, унан 30 кеше ҡотҡарылған.
“27 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә Рәсәй урамындағы 9 ҡатлы фатирлы йорттоң икенсе ҡатындағы ике бүлмәле фатирҙа янғын сыҡты”, — тип һөйләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ кешеләрҙе ҡотҡарыуға тотондо. Халыҡты хәүефһеҙ эвакуациялау өсөн көслө төтөн менән бәйле тактик вентиляция үткәрелә. 30 кеше ҡотҡарылған. Хәҙерге ваҡытта янғынды туҡтатҡандар. Әлегә зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ. Янғындың сәбәбе асыҡлана.
Янғын булдырмау сараларын күрәйек, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ!