Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Май 2024, 18:06

Тағы ла фажиғә

Туймазы районында үлемесле авария булған.

Тағы ла фажиғәТағы ла фажиғә
Тағы ла фажиғә

Дәүләт Автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Туймазы районында һәләк булған кеше менән юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.

Бөгөн кис Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы юлының 68-се километрында авария булған.

Мәғлүмәттәр буйынса, "Daewoo Nexia" руле артындағы 37 йәшлек водитель һәләк була. Уның 32 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында Дәүләт Автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә.

Автор:
Читайте нас