+24 °С
Дождь
28 майҙа, төндә ғәҙәттән тыш хеҙмәттәргә Белорет районында ҙур янғын тураһында хәбәр килде. Тирлән ауылында торлаҡ йорт янған. Ваҡиға урынына тиҙ арала янғын һүндереүселәр килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 1954 йылда тыуған ирҙең кәүҙәһе табыла. Инцидент шарттарын өйрәнеү һәм бындай осраҡтарға юл ҡуймау буйынса анализ үткәреү өсөн ваҡиға урынына Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты инструкторҙары килде», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.