Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында урыны менән көслө ел иҫә. Һауа температураһы көндөҙ +21, +26 градус, төньяҡ-көнсығыш буйынса +16 градусҡа тиклем.
30 майҙа урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, аяҙытҡанда +2 градусҡа тиклем. Көндөҙ +17, +22, көньяҡта +27 градусҡа тиклем.
31 майҙа Башҡортостанда төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, көнсығышта +1 градусҡа тиклем. Көндөҙ +21, +26 градус.