Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
30 Май 2024, 16:50

Иғтибар, эҙләү!

Әлшәй районында 16 йәшлек Ульяна Краснова юғалған.

Иғтибар, эҙләү!Иғтибар, эҙләү!
Иғтибар, эҙләү!

Башҡортостанда ирекмәндәр 16 йәшлек Ульяна Краснованы эҙләүҙәре тураһында хәбәр итте. Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүсе ҡыҙ 22 майҙа уҡ юғалған булған.

Әлегә тиклем уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юғалған ҡыҙҙы эҙләйҙәр.

Билдәләре: буйы 165 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре алһыу, оҙон, күҙҙәре зәңгәр.

Ҡыҙҙың ҡайҙалығын белгән һәр кемгә 8-937-3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ульяна өйҙән беренсе тапҡыр ғына китмәй.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас