+22 °С
Дождь
Бөгөн төндә 53 йәшендә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы һәм телевидение алып барыусыһы Анастасия Заворотнюк вафат булды. Был хәбәр уның социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баҫылып сыҡты.
Ул алты йыл дауамында яман шеш менән көрәште. Актриса сит илдә химик терапияһы курсын үтә, әммә дауалауҙар ярҙам итмәй.
Анастасия Заворотнюк менән хушлашыу урыны һәм ваҡыты тураһында 30 майҙа кис билдәле була.