Бәләбәй ҡалаһы судында 22 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса бәхәстәр булды. Ул сабыйҙы үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә прокуратураның матбуғат хеҙмәте. Хәҙер уны 12 йылға төрмәгә ултыртыу тураһында һүҙ бара.
Тикшереү версияһы буйынса, 2023 йылдың октябрендә төндә ҡатын үҙенең таныштары менән спиртлы эсемлектәр эсә. Уны йәш ярымлыҡ улының илауы аптырата. Ул уға кухня бысағы менән ҡорһағына һәм йөҙөнә бер нисә тапҡыр һуға һәм фатирҙан сығып китә.
Әммә уның енәйәт эштәре тамамланмай. Балаға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелгән. Малай тере ҡала. Әлеге ваҡытта ул атаһы менән йәшәй.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын танымай.