+24 °С
Ямғыр
Баймаҡтың 4-се лицейының унынсы класс уҡыусыһы Денис Хисамутдинов география буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға биргән. Уның уҡытыусыһы - Миләүшә Бәхтиева.
Егет был лицейҙа беренсе кластан уҡый һәм бөтә фәндәр буйынса уҡыу отличнигы булып тора.
Шулай уҡ егет география, инглиз теле, физика һәм информатика буйынса бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша, унда призлы урындар яулай.
Мәҫәлән, 2023-2024 уҡыу йылында Денис география буйынса бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһының төбәк этабы призеры һәм инглиз теле буйынса муниципаль этап еңеүсеһе була.
Сығанаҡ: "Баймакский вестник"