Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
5 Июнь 2024, 05:08

Тағы ла үҫмерҙәр юғалған

Ирекмәндәрҙең мәғлүмәте буйынса...

Тағы ла үҫмерҙәр юғалғанТағы ла үҫмерҙәр юғалған
Тағы ла үҫмерҙәр юғалған

Башҡортостанда йәнә үҫмерҙәр юғалды. «Башрегионспас» төркөмө ирекмәндәре 5 июндә төндә «"Вконтакте" социаль селтәрендә 13 йәшлек Алексей Макаров менән 16 йәшлек Виталина Гуздың юғалыуҙарын хәбәр итте.

Ирекмәндәрҙең мәғлүмәте буйынса, балалар Өфө районының Михайловка ауылында 4 июндә юғалған.

Алексейҙың билдәләре: буйы 146 см, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре ҡара-алһыу, күҙҙәре һоро-зәңгәр. Һоро-аҡ толстовка, спорт салбарҙары, ҡара-аҡ кроссовкалар кейгән.

Виталинаның билдәләре: буйы 160 см, тығыҙ кәүҙәле, сәстәре ҡара-алһыу, күҙҙәре һоро. Ҡара-йәшел пиджак, күлдәк кейгән.

Үҫмерҙәрҙең ҡайҙа булыуын белгәндәрҙең барыһына ла 8-937-3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас