+24 °С
Ямғыр
Иглин районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәләк булған кеше менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.
Бөгөн м-5 «Урал» автомобиль юлының 1524-се саҡрымында авария булған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.
Мәғлүмәттәр буйынса, 38 йәшлек водитель «Киа К5» автомобиле менән FAW йөк транспорты менән бәрелешкән. Еңел автомобиль водителе алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була.
Фажиғә урынында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!