+22 °С
Ямғыр
Мишкә районының Үрге Сорокин ауылында бүрәнә йорт янып киткән. Был хәл бөгөн төндә булған. Фажиғә урынына шунда уҡ янғын һүндереүселәр килеп еткәндәр. "Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғыда 41 йәшлек ир һәләк булған",- тип хәбәр иттеләр ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Янғын тәмәке арҡаһында килеп сығыуы ихтимал, тип әйтәләр.