+24 °С
Ямғыр
Яңыраҡ ҡына Бөрйән районында һыйырҙарға йәшен атҡан ине. Бөгөн ошо уҡ районда шул уҡ хәл ҡабатланған.
Унда йәнә йәшен булған һәм йәнә һыйырҙар һәләк булған. Был юлы фажиғәле хәл Байназар ауылы янында булған, тип яҙа "Уфа-РБ" телеграм каналы. Һүрәттә, тәбиғәт ғәрәсәте ике малдың башына еткән.
Йәшен малдар ғына түгел, кешеләр өсөн дә бик хәүефле. Шуға күрә бындай мәлдә тышта ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Әгәр йәшенеп өлгөрмәһәгеҙ, яңғыҙ ағастарҙан йырағыраҡ китегеҙ, һыуға инмәгеҙ. Йәй имен генә үтһен ине.
Фото: "Уфа-РБ" телеграм-каналы.