-4 °С
Болотло
Башҡортостанда ҡотҡарыусылар йылғанан ирҙең кәүҙәһен сығарҙы, тип хәбәр итттеләр «Моя Уфа» телеграм-каналында.
Фажиғә алдынан ир Салауат районына туғандарына ҡунаҡҡа килгән. Төндә ул Йүрүҙән йылғаһына киткән булған. Икенсе көнө иртәнсәк уның туғандары ҡунағын эҙләргә тотоналар, әммә әйберҙәрен генә табалар.
Һуңыраҡ ҡотҡарыусылар мәйетте Йүрүҙән төбөндә таба.