Башҡортостанда бер юлы ике сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. Бөрө лицейының 11-се класс уҡыусыһы Анна Әхмәҙиева һәм Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡыусыһы Мөнир Ғилманшин.
Улар математика һәм химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханда 100-шәр балл алдылар, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин.
Афариндар! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!