+22 °С
Дождь
Башҡортостанда Рәсәй көнөндә 17 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө.
Егет эҫе көндә Ҡарман һыуһаҡлағысында һыу инеп, батып үлә. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә. Бөгөн, 13 июндә, үҫмерҙең кәүҙәһе табылыуы билдәле. Егеттең кәүҙәһенә урындағы кеше тап була.
Хәҙер малайҙың үлеме буйынса тикшереүҙәр башланған.