Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Июнь 2024, 06:49

Аварияла ҡыҙ менән егет һаләк булған

Их, йәштәр йәл! Таныҡлығы булмаған, эскән водителдәргә ултырмаһаҡ ине.

Аварияла ҡыҙ менән егет һаләк булғанАварияла ҡыҙ менән егет һаләк булған
Аварияла ҡыҙ менән егет һаләк булған

Бөгөн таңғы сәғәт 4-тә Шаран районында үлемесле авария булған.

Водитель таныҡлығы булмаған 20 йәшлек егет «Лада Приора» автомобиле менән идара итә алмай, автомобилде кюветҡа ауҙарып, электр бағанаһына бәрелә. Машина шунда уҡ янып китә, водитель менән уның 19 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем шунда һәләк була.

Икенсе пассажир, 21 йәшлек ҡыҙ, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Уны табиптап тикшергәндән һуң амбулатор дауаланыуға ҡайтарып ебәргәндәр. Их, йәштәр йәл! Таныҡлығы булмаған, эскән водителдәргә ултырмаһаҡ ине.

Автор:
Читайте нас